"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Иғтибар: фотоконкурс!
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
20.09.2012 08:00

Иғтибар: фотоконкурс!

Фотокамераң бармы? Булһа, әйҙә, ҡатнаш!

Иғтибар: фотоконкурс!“Аманат” журналының “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы йылдан-йыл дауам итә. Ни өсөн исеме шулай? Сөнки фотография ул – бик тиҙ генә, күҙ менән ҡаш араһында булған мәлде тотоп өлгөрөп, уны оҙайтыу ысулы. Әлбиттә, уны фотоаппаратты ысын мәғәнәһендә күҙ менән ҡаш араһында тотоп, обьективҡа ҡарап ҡына эләктереп алырға мөмкин.

Хәҙер фотокамераһы булмаған кеше юҡ, шикелле. Камералар беҙҙә аҙым һайын, хатта телефон аппараттарында ла бар. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр улар менән бөтөнләй ҡуллана белмәйҙәр, беҙҙең тормошобоҙҙа аҙым һайын тиерлек осрап торған ҡыҙыҡлы, фәһемле, тарихи ваҡиғалар камераларға эләкмәй һәм башҡалар ҙа күрһен өсөн ул кадрҙар интернетҡа йә гәзит-журналдарға ебәрелмәй. Әлегә тиклем беҙҙең журналыбыҙ почтаһында ла ҡыҙыҡлы фотолар һирәк күренә, күпселектә кешеләр “смирно” баҫып төшкән фотоларын ғына һала.

Конкурсыбыҙ шарттары ябай ғына.

 

Киләһе йыл аҙағына тиклем һеҙ беҙгә почта ярҙамында йә электрон рәүештә (amanat@yandex.ru) фотолар ебәреп тораһығыҙ.  Темаларҙы һәм күләмде сикләмәйбеҙ, талап бер генә - улар сифатлы булырға тейеш, йәғни, журналда баҫып сығарырлыҡ. Ә темаларҙы үҙегеҙ һайлағыҙ: ғаилә тормошомо, мәктәптәге ваҡиғалармы, тәбиғәт ҡосағымы, уйлап сығарылған сюжет буйынсамы...

 

 

ИҪКӘРМӘ

Дуҫтар, конкурста ҡатнашыусылар! Фотоларығыҙҙы ебәргәндә, зинһар, үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте лә ҡушып һалырға онотмағыҙ. Фотоғыҙ, исем-шәриф, йәшәгән район-ҡалағыҙ, ауылығыҙ, урам, йорт һаны, уҡыған мәктәбегеҙ һәм белдерергә теләгән башҡа мәғлүмәтте лә өҫтәй алаһығыҙ. Сөнки, әйтеп тораһы түгел, эшегеҙ, миҫал өсөн, "Еңеүсе!!!" тип табылһа, беҙ һеҙҙе таба алмаҫбыҙ.

 

Килгән фотоларҙың иң шәптәрен һайлап, беҙ журналда сығарып барасаҡбыҙ. Тимәк, һеҙ журналға яҙылырға ла тейеш булаһығыҙ. Киләһе йыл аҙағында ғына еңеүселәр билдәләнәсәк – бәйге булғас, унда кемдәрҙер еңергә тейеш бит. Еңеүселәр “Аманат”тың Маҡтау ҡағыҙҙары менән һәм электрон фоторамкалар менән бүләкләнәсәк (Фотоконкурста еңеүсе булғас, уның фотоаппараты бар тип фаразлана). Өлгө өсөн һеҙгә Шамил ағайығыҙҙың фотоһын тәҡдим итәбеҙ – һеҙ төшөргән фотолар ошондай сифатҡа эйәме?

Шулай итеп, алға, дуҫтар! Бәлки, һеҙ быға тиклем дә фотоға күп төшөргәнһегеҙҙер һәм бер кем дә күрмәгән кадрҙарығыҙ бик күп йыйылып киткәндер? “Аманат”ҡа ебәрә һалығыҙ.

Мөхәрририәт.

 

 

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июнь
ДшШшШрКсЙмШбЙш
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930  

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?